0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Февраль 2022, 09:00

Беҙҙең илдә генә...

*Иртән магазиндарҙа ҡайтарып бирергә аҡса булмай.*Поликлиникаларҙа өс сират: ғәҙәти, мин медицина хеҙмәткәре, һорайым ғына.

Беҙҙең илдә генә...
Беҙҙең илдә генә...

*“Ыһы” – “рәхмәт” тигән һүҙҙе белдерә, “ой” – “ғәфү итегеҙ” тип тәржемә ителә, ә икмәк киҫәге икенсе аш-һыу приборы булып иҫәпләнә.
*Ҡыҙ менән осрашырға барғанда бер стакан араҡы эсәләр.
*Автобусҡа ингәс, уның нисәнсе маршрут икәнен һорайҙар.
*Урамда ятҡан алкашты аяғына баҫтырғас, мент уның менән хуш аяғы эсә.
*Йөҙ метр баҡыр сым һуҙғанда туҡһан бишен төҫлө металға тапшыралар.
*Йомала эсһәләр, йәкшәмбе кис кенә уяналар.
*Магазинда бер үк кәштәлә шоколад, одеколон, бәҙрәф ҡағыҙы тора.
*Күршеләре менән эштән урлап алып ҡайтҡан әйбер һаны буйынса ярышалар.
*Тере чукчаны бер тапҡыр күрмәһәләр ҙә, унан көләләр.
*Һәр ир-ат илдә нисек тәртип урынлаштырырға кәрәклеген белә.
*Поликлиникалағы һәр пациенттың медицина белемe бар.
*Ҡулды ашар алдынан түгел, ә ашап бөткәс йыуалар.
*Осраҡлы эсеү эшкә бармаҫ өсөн ғәфү итерлек сәбәп.
*Бөтә йәшерен хәрби заводтар ҙа халыҡҡа билдәле.
*Араҡыны – һатыр, ә аҡсаһына араҡы алып эсер өсөн урлайҙар.

ТӘБРИС.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: