-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Февраль 2022, 17:00

Серен бер кемгә лә асмаған

Страдивари ҡулынан сыҡҡан скрипкалар иҫ киткес дәрәжәлә айырылып тора: йырлы тоны, ә уйын ҡоралы үҙе һоҡланғыс матурлығы менән.

Серен бер кемгә лә асмаған
Серен бер кемгә лә асмаған
Уларҙың зыңлауы наҙлы һәм яңғырауҡлы ҡатын-ҡыҙ тауышына оҡшаған. Антонио Страдивари музыкант булмаһа ла, көйҙө нескә, үҙенсәлекле хис менән тоя белгән. Уйын ҡоралын яһар алдынан, эшләнәсәк скрипканың таҡталары ниндәй ҡалынлыҡта булырға тейешлеген дә алдан уҡ тойомлап күҙаллаған: ян-яҡтарының бөгөлөш һыҙаттарын йә фигуралы тишектәрҙең ҡайһы ерҙә урынлашасағын да.
Әйткәндәй, Страдивари скрипкалары гел бер төрлө материалдан эшләнә. Өҫкө өлөшө - шыршы, ә аҫҡыһы – сағандан. Өҫтәүенә, улар яҫы таҡта киҫәктәренә түгел, ә "сектор”ҙарға бүленә.
Оҫта яһаған скрипкаларҙы башҡа бер кем дә эшләй белмәгән. Ҡорал яһау серен Антонио Страдивари үҙ шәкерттәренә генә түгел, хатта улдарына ла асмаған. 93 йәшендә вафат була. Уның эш инструменттары, һыҙма һүрәттәре, моделдәре, ҡайһы бер скрипкалары билдәле коллекционер – граф Козио ди Салабуеның ҡулына эләгеп, әлеге көндә Италияның Кремон ҡалаһындағы Страдивари музейында һаҡлана.
 
Фото: tvorzhizn.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: