-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Февраль 2022, 17:30

94 йәшендә тәүге тапҡыр атай булған һинд кешеһе 104 йәшендә вафат була, ләкин ҡартлыҡтан түгел...

2010 йылда Һиндостанда йәшәүсе 94 йәшлек Рамаджит Рагхавтың иң ҡарт атай булып китеүе һәм Гиннестың Рекордтар китабына эләгеүе хаҡында яҙғайнылар.

94 йәшендә тәүге тапҡыр атай булған һинд кешеһе 104 йәшендә вафат була, ләкин ҡартлыҡтан түгел...
94 йәшендә тәүге тапҡыр атай булған һинд кешеһе 104 йәшендә вафат була, ләкин ҡартлыҡтан түгел...

Ул ваҡытта уның ҡатынына 54 йәш була – Һиндостан парының беренсе балаһы донъяға килә. Викарамджит исемле улдары тәбиғи юл менән барлыҡҡа килә һәм һау-сәләмәт бала булып донъяға тыуа. Ә 2012 йылда Рамаджитҡа 96 йәш булғанда икенсе улы тыуған. Малайға Ранжит тип исем ҡушҡандар.

Рамаджит үҙенең оҙон ғүмерле һаулығын дөрөҫ йәшәү рәүеше менән аңлата. Ул иртәнге сәғәт 5-тә тора, һуңынан саф һауала баҫыуҙа эшләй һәм киске 8-гә тиклем мотлаҡ йоҡларға ята. Көн һайын ул ике литр һыйыр һөтө эсә, ә диетаһы йәшелсәләр һәм тәбиғи көлсәләрҙән тора.

Шуныһы үкенес, Рамаджит ҡартлыҡтан түгел, ә бәхетһеҙ осраҡтан, янғын ваҡытында тәне бешкәндән һуң 104 йәшендә вафат була. Өлкән йәштәге ир түшәктә тәмәке тартып ятҡан еренән йоҡоға сумған һәм йорто янып киткән. Күршеһе уны уттан һөйрәп сығарып, дауаханаға килтерә, ләкин табиптар зыян күреүсене ҡотҡара алмай.

Фото: https://noi.md/ru/v-mire/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: