-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Март 2022, 16:00

Селтәрле ҡоймаҡ

Дуҫтар, бөгөн Ҡоймаҡ көнө булған икән дә! Барыбыҙ ҙа был тәмлекәс менән һыйланырға яратабыҙ, шулай бит.

Селтәрле ҡоймаҡ
Селтәрле ҡоймаҡ
Әйҙәгеҙ әле, бер аҙ ваҡыт табып, селтәр һымаҡ тишекле ҡоймаҡ бешереп алайыҡ. Өйрәнсектәр ҙә әҙерләй алырлыҡ ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ә ҡоймағы тәмле килеп сыҡмаҡсы...
Ул былай әҙерләнә. Ярты литр һөткә яҡшы итеп туғылған 2 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 3 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тулыр-тулмаҫ сәй содаһы, 2 стакан он һалып, яҡшы итеп туғылайбыҙ. Ҡамыр өҫтөнә 1 стакан ҡайнап торған һыу һалып ебәрәбеҙ ҙә тағы ла яҡшылап бутайбыҙ. Сират үҫемлек майына ла етте – уны 3-4 аш ҡалағы өҫтәйһең дә йәнә төйөрҙәре ҡалмаһын, тип яҡшылап бутайһың. Ҡамыр әҙер. Ҡыҙыу табаға йоҡа ғына итеп һалып, ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Бындай ҡоймаҡтың эсенә эремсек, ит һалып төрөргә лә була.Уға ҡаймаҡ, бал, төрлө ҡайнатмалар һылап ебәрһәң, телеңде йоторлоҡ!
 
Фото интернет селтәренән.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: