0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2022, 09:00

Март

Март — яҙҙың тəүге айы. Шулай ҙа был айҙа бурандар ҡотора, ҡарҙар яуа.

Март
Март

Ысын фенологик яҙ тик ай аҙағында ғына килə. Ҡар ирей башлау менəн йылы яҡтан ҡарғалар ҡайта. Март аҙағында ҡайһы бер үлəндəр ҙə “уяна” башлай. Ҡуяндың балалары тыуа. Селдəр парлаша. Күп кенə хайуандар мартта тундарын алмаштыра. Яҙҙы оҙаҡ ятып селтəрлəнеп бөткəн епшек ҡарҙан да, ҡыйыҡтарҙа эленеп торған боҙбармаҡтарҙан да, ҡоштарҙың сырҡылдашыуынан да, тəүге йырғанаҡтарҙың сылтырауынан да тойорға була.

Е.КУЧЕРОВ.

Фото: photocentra.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: