-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2022, 16:00

Аҡсаларға бер ни ҙә янамай

SWIFT системаһының һүндерелеүе беҙҙең халыҡҡа бер нисек тә зыян килтермәй. Сөнки  SWIFT түләү системаһы түгел, ә мессенджер.

Аҡсаларға бер ни ҙә янамай
Аҡсаларға бер ни ҙә янамай

Уның ярҙамында төрлө ил банктары – үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте тапшыра һәм ала. Шулай булғас, уны һүндереү банктар өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, әммә ил эсендәге операцияларға бер ниндәй ҙә ҡатнашы юҡ.

2014 йылда Рәсәйҙә түләү карталарының милли системаһы (НСПК) булдырылғайны. Уның ярҙамында ил эсендәге барлыҡ операцияларҙы – хатта халыҡ-ара карталарҙы ла SWIFT ҡатнашлығынан башҡа ҡулланып була. Тимәк, беҙ әле ҡулланған карталар Рәсәйҙә ғәҙәти режимда эшләй: һатып алыу, аҡсаны картанан картаға күсереү, банкоматтар менән файҙаланыу өсөн.

Шулай уҡ 2014 йылда илдә SWIFT альтернативаһы – Рәсәй Банкының финанс хәбәрҙәрен тапшырыу системаһы эшләй башланы. Ул Рәсәй юридик берәмектәренә ил эсендә лә, унан ситтә лә финанс хәбәрҙәренең гарантияланған, өҙлөкһөҙ, тәүлек буйы тапшырыуын тәьмин итә.

Башҡортостан ойошмаһы шулай уҡ СПСФҡа ҡушылырға мөмкин. Әлеге мәлдә быны федераль казначейлыҡтың төбәк идараһы һәм ПТБ республика банкы эшләне. СПФСҡа тоташтырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Милли банкына шәхсән йә иһә электрон почтаға: [email protected] мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: www.rfi.fr

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: