+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2022, 10:00

Ҡасан йылыта инде

Төньяҡ циклонының республика биләмәһенә үтеп инеүе сәбәпле, был аҙнала һауа температураһы түбән көйө ҡала, тип хәбәр итәләр Башгидромет үҙәгенән.

Ҡасан йылыта инде
Ҡасан йылыта инде

Дөйөм алғанда, марттың икенсе декадаһы был осорға хас һауа торошонан 6 градусҡа һалҡыныраҡ була.  

Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -17, -22°, аяҙытҡанда - 23, -28°, көндөҙ - 6, -11°.

Ә шулай ҙа кәйефтәрҙе төшөрмәйек әле, яҙ яҙлығын итер инде. Шул еле, йылыһы, һыуығы, ямғыры менән бергә әкренләп кенә беҙгә яҡынлаша бит. Тағы ла саҡ ҡына түҙәһе ҡалды.

Фото интернет селтәренән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: