-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Март 2022, 18:00

Ялҡаулыҡтың сере нимәлә?

Килешәһегеҙме? “Бөтөнләй бер нимә эшләмәү – донъялағы иң ауыр, иң ҡатмарлы һәм иң интеллектуаль эш” – тигән Оскар Уайльд.

Ялҡаулыҡтың сере нимәлә?
Ялҡаулыҡтың сере нимәлә?

Бер кемгә лә сер түгел, ваҡыт-ваҡыт һәр ҡайһыбыҙ ялҡауланып ала. “Сәләмәт ялҡаулыҡ” тип аталған  был күренеш менән төрлө йәштәге, төрлө статустағы һәр кем “сирләп” ала. Ялҡаулыҡтың төп симптомы – “һоро айыу синдромы”, йәки тәүлектең һәм йылдың ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, кешенең тик йоҡоһо килеп тора. Ундай мәлдәр 12 сәғәттән алып 15 көнгә тиклем һуҙылырға мөмкин.

*Ялҡаулыҡ сәбәпле, Дарвин, Черчилль, Пикассо, хатта Эйнштейн да бер ҡасан да уҡытыусыларының “яратҡан” уҡыусылары булмай. Һуңғыһының "ата ялҡау" тигән репутацияһы ла була әле!

*Был хәл миҙгелле характерҙа ла булырға мөмкин. Ғәҙәттә, ул яҙ көнө барлыҡҡа килә һәм авитаминоз менән бәйле була.

* Миҙгелленән тыш, “тәүлекле” ялҡаулыҡ та була. “Ябалаҡ”тарға – көндөҙ, “турғай”ҙарға кискеһен бик ауыр.

* Бер ни эшләйһе килмәүҙең тағы ла сәбәбе – кеше организмына мелатонин етмәү. Быныһы инде “сәләмәт ялҡаулыҡ”ҡа инмәй.

* Ялҡаулыҡ артыҡ көс күп түккәнлектән йәки медицина күрһәткестәре һөҙөмтәһендә (йөрәк, ҡан тамырҙары проблемалары, ҡандағы шәкәрҙең түбән булыуы) барлыҡҡа килеүе мөмкин. Даими арығанлыҡ һиҙгән осраҡта, невропатологҡа барыу кәңәш ителә.

*Австралия ғалимдары ялҡаулыҡ ул мотивация менән бәйле күренеш, тип һанай. Һәм ул планеталағы һәр бишенсе кешегә хас икән.

* Психологтар фекеренсә, ялҡаулыҡтың нигеҙендә негатив эмоциялар ята: ҡурҡыу, үкенес, үҙеңде ғәйепле һиҙеү... Уның ысын сәбәптәрен белеп кенә уны еңергә мөмкин.

Был – ҡыҙыҡ!

Ғалимдар фекеренсә, ялҡаулыҡ ул ижади фекерләүсе һәм тәүәккәл кешеләргә хас сифат та. Бындай кеше яңылыҡҡа ынтылыусан. Бик күп асыштар ялҡаулыҡтан килеп сыҡҡан, тиҙәр. Мәҫәлән, венгр журналисы Биро Ласло ҡараға манып яҙыуҙан туйғас (ә ул ҡара иң кәрәк ваҡытта бөтөп тә китергә мөмкин), әле беҙ яҙған ручканы уйлап таба ла инде.

Фото: zen.yandex.ru

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: