Ә бына планеталағы халыҡтарҙың 30 проценты йоҡоһоҙлоҡтан интегә икән. Насар йоҡлау, йоҡо туймау күп етди ауырыуҙарға килтерә. «Мейе, ағза булараҡ, күҙәнәктәрҙән, нейрондарҙан тора. Йоҡо туймау эске көсөргәнеш кеүек күренешкә килтерә, йәғни нервы күҙәнәктәренең дөрөҫ эшләүенә һәм хәтер, иғтибарлылыҡ кеүек башҡа функцияларына тәьҫир итә», – тип белдерә психология фәндәре кандидаты, йоҡо белгесе Алексей Мелехин.
Йоҡо организмға кәрәкле процесс. Кешегә уртаса һигеҙ сәғәт йоҡо талап ителә. Бәләкәйҙәр – оҙағыраҡ, ололар әҙерәк йоҡлай. Һәйбәт йоҡлар өсөн нимә эшләргә һуң? Белгестәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, физкультура менән шөғөлләнергә, саф һауала күберәк йөрөргә кәңәш бирә.