*Уйҙар, фекерҙәр киләләр ҙә китәләр, ә баш ҡала.
*Яҡшы тормошта рәхәт сигеп йәшәргә теләүселәр күп, ә яҡшы итеп эшләй белеүселәр һирәк.
*Башһыҙ килеш тә башлыҡ булып була.
*Тормош ҡиммәт түгел, ә беҙ осһоҙ.
*Күп белһәң ҡартайырға ла бирмәҫтәр.
*Матриархаттан бер әбейҙәр сыуағы ғына ҡалды.
*Ул алманың бешеп ауыҙына төшкәнен көтмәне, бешкәнен складтан һайлап алды.
*Атай-әсәй елкәһендә ултырғанда, ул үҙ аяҡтарында баҫып тороуҙың кәрәген тапманы.
Кәшфразый КАМАЛ.
Фото: http://www.tatyash.ru/index.php?issue=10324&file=83.htm