Үҙеңә кәрәк ваҡытты ай календары һәм сәғәт буйынса тура килтерергә була. Астрологтар әйтеүенсә, айҙың 1-се, 7-се, 11-се көндәре иң уңышлылары һанала: беренсе көн киләһе ай программаһына нигеҙ һалына. Был көндө үҙ теләктәрең тураһында уйларға һәм пландарҙы тормошҡа ашырыуға беренсе аҙымдар яһарға кәңәш ителә. Етенсе көн – күп төрлө көскә эйә. Теләкте әйткәндә һаҡ булырға кәрәк, сөнки уның теләһә ниндәйе ысынбарлыҡҡа ашырға мөмкин. Баҡтиһәң, был тәүлектә йыһан энергияһының алмашыныуы айырыуса көслө була икән. Ә ун беренсе тәүлектә үҙ теләгеңде ҡағыҙға яҙыу яҡшыраҡ булыр.
Көн һайлағандан һуң тәүлектең дөрөҫ ваҡытын асыҡлау мөһим. Бының өсөн көн буйы үҙегеҙҙең торошоғоҙҙо һәм кәйефегеҙҙе күҙәтергә һәм көс-ҡеүәт тулы миҙгелде билдәләргә кәрәк. Нәҡ бына ошо осорҙа теләк тә теләргә кәрәк тә инде.