Ун йәштә: «Мәктәпкә йөрөмәйенсә, өйҙә компьютерҙа уйнап ултыраһы ине!»
Егерме йәштә: «Бөтә ҡыҙҙар ҙа миңә ғашиҡ булһын ине!»
Утыҙ йәштә: «Донъялағы бөтә аҡсаға ла хужа булһаң ине!»
Ҡырҡ йәштә: «Етәксе постарҙың барыһында ла мин ултырһам ине!»
Илле йәштә: «Пенсиям һәйбәт сыҡһа ине!»
Алтмыш йәштә: «Донъяһы түңкәрелмәйме шунда, хыялымдың береһе лә тормошҡа ашманы!»
Етмеш йәштә: «Ейән-ейәнсәрҙәрем килһә икән!»
Һикһән йәштә: «Киләһе тыуған көнгә ҡәҙәр аяҡ һуҙмаһам ярар ине!»
Р. ДАЯНОВ.