+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
11 Апрель 2022, 10:00

Күргәҙмәгә килегеҙ

Баш ҡалабыҙҙа 15 апрелдә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы саралары нигеҙендә башҡорт милли костюмдары күргәҙмәһе үҙ ишектәрен аса. Унда "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһенең иң яҡшы эштәре урын аласаҡ.

Күргәҙмәгә килегеҙКүргәҙмәгә килегеҙ
Күргәҙмәгә килегеҙ

Шулай уҡ экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан проект финалистары, дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә  “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, унда ҡатнашырға этнографтар, художник-дизайнерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырыла.

Күргәҙмәне 29 апрелгә тиклем республиканың Милли музейында ҡарарға мөмкин.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас