+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
19 Апреля 2022, 07:00

Бөгөн - Рәсәй полиграфияһы көнө

Хромолитография нимә ул? Литография матбуғатта ниндәй генә дәрәжә биләмәһен, тик барыбер бер етешһеҙлеге булған - ул бер төҫтә сыҡҡан.

Бөгөн  - Рәсәй полиграфияһы көнөБөгөн  - Рәсәй полиграфияһы көнө
Бөгөн - Рәсәй полиграфияһы көнө
Бының серен Тромонин тигән урыҫ рәссамы асҡан. Нисектер Зенефельд тигән типографтың бер китабы ҡулына килеп эләгә, унда, литография ярҙамында төрлө төҫтәге рәсемде баҫтырып сығарырға мөмкин, тип яҙылған. Был фекергә нигеҙләнеп, Тромонин төрлө төҫтәге сағыу һүрәттәрҙе айырым төҫтәргә бүлеп, һәр береһе өсөн литограф эшләгән. Уларға сиратлап буяуҙарҙы һылай ҙа ҡағыҙ битенә күсерә. Ана шулай килеп сыға ла инде сағыу литография. Ә матбуғат донъяһында был ысулды хромолитография тип атайҙар (“хромос” грек һүҙенән “төҫ” тигәнде аңлата).
Был алым бөтә донъяла танылыу һәм киң таралыу алһа ла, ул үҙенең уйлап табыусыһына бер ниндәй ҙә билдәлелек килтермәй. Төҫлө литография боронғо ҡулъяҙмалар һәм тарихи документтар баҫтырып сығарыу өсөн киң ҡулланылған. Мәҫәлән, XIX быуат уртаһында Рәсәй тарихы йәмғиәте боронғо һәйкәлдәр тураһында мәҡәләләр серияһын нәшер итә, әле булһа шул эш литограф сәнғәте шедеврҙарының береһе тип һанала.
 
Фото: museumblog.winterthur.org
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас