+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
19 Апрель 2022, 05:00

Яҙһылыуҙың тәүге бүләге

Бөгөн  –  Умырзая көнө. Ул – яҙ символы, һалҡын көндәрҙә сыҙам булыусы берҙән-бер сәскә.  

Яҙһылыуҙың тәүге бүләгеЯҙһылыуҙың тәүге бүләге
Яҙһылыуҙың тәүге бүләге
Элек-электән умырзая хаҡында күп кенә әкиәт һәм легендалар яҙылған, бына шуларҙың береһен һеҙгә лә һөйләп китәйек әле.
Бер ваҡыт Ҡыш әбейе үҙенең ялсылары Һыуыҡ һәм Ел менән Ергә яҙҙы килтермәҫкә, тип ҡарар ҡыла. Бар үҫемлектәр ҙә был хәлде ишетеп, бик ныҡ ҡайғырышалар. Үҫемлектәр араһынан иң ҡыйыу һәм тәүәккәле умырзая сәскәһе булып сыға. Ул нәфис ҡулдарын ҡояшҡа табан һуҙған да унан ярҙам һораған.
- Ҡояшҡайым, үтенеп һорайым, зинһар өсөн ярҙам ит әле, минең бик тә үҫәһем килә бит! – тигән. Шунда ҡояш был нәфис сәскәнең тауышын ишетеп, үҙенең йылы нурҙарын тап ул уҫеп ултырған ергә йүнәлткән. Күп тә үтмәгән, был ерҙә ҡар ирегән һәм ер өҫтөн йәмләп, ап-аҡ умырзаялар ҡалҡып сыҡҡан...
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас