+16 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
25 Апреля 2022, 13:00

“Клюква Сталина”

Кинорежиссёр Айнур Асҡаров командаһы Өфөлә “Клюква Сталина”  ҡыҫҡа метражлы киноһын төшөрә. “Фильм май аҙағында әҙер була, премьераһы Мәскәүҙең Үҙәк кино йортонда планлаштырылған”, тип хәбәр итә “Башинформ”.

“Клюква Сталина”“Клюква Сталина”
“Клюква Сталина”

Унан һуң фильмды Өфөлә күрһәтелеү көтөлә. Әҫәрҙең икенсе режиссёры  Айнур Асҡаров әйтеүенсә, был Никита Михалковтың кинематография һәм театр сәнғәте академиһы студенттарының диплом эше.

Фильмдың продюссеры – Анастасия Асҡарова, режиссёр Руслан Римович, сценарий авторы – Айҙар Аҡманов, ҡуйыусы оператор – Вилдан Асҡаров, ҡуйыусы рәссамы – Әлиә Байрамғолова.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас