+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
30 Апрель 2022, 06:00

Таш йылғалар

Әлбиттә улар тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр? Таш йылғалар беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә бар. Ирәмәл тауы итәгендә урынлашҡан Тығын тип аталғанын, бәлки, күргәнһегеҙҙер. Был «йылға»лар эре таштарҙан тора.

Таш йылғаларТаш йылғалар
Таш йылғалар
Тәбиғәттең ошондай иҫ китмәле мөғжизәһен Белорет районында ла күрергә була (1-се фото). Ул район үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта, Отнурок ауылына етәрәк һул яҡта, урынлашҡан. Тауҙар емерелеп, шунан шыуып төшкән таштарҙан барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо – 200 метр самаһы. Таштарҙың ауырлығы – йөҙәр, меңәр килограмм тирәһе. Иғтибар менән тыңлаһаң, үҙе күренмәһә лә, аҫтан сылтырап ҡына аҡҡан йылғаның тауышын ишетергә мөмкин.
Тәбиғәттең иҫ китмәле был күренешен Исҡушты ауылы эргә­һен­дә, Ләмәҙ йыл­ғаһының һул яҡ ярында ла, осратырға мөмкин (2-се фото). Эргә-тирәһен ҡалын урман ҡап­лап, төрлө үҫемлектәр күп булһа ла, был таштар араһында бер нәмә лә үҫмәй.
Ә бына Силәбе өлкәһендәге Тағанай милли паркында донъя­лағы иң ҙур, иң матур, башҡаса оҡ­шашлығы булмаған ошондай таш йылға «аға». Уның оҙонлоғо – 6 мең, ә киңлеге 700 метрға етә. Әммә ҡасан барлыҡҡа килгәне әлегә билдәһеҙ. Уны Һиндостандағы таш йылға менән сағыштыралар, ләкин үҙенең үҙенсәлектәре яғынан барыбер беҙҙәгенән ул ҡайтышыраҡ. Бына ниндәй мөғжизәләр бар донъяла. Барып күргегеҙ килеп киткәндер әле, шулаймы? Хәҙер уларҙың ҡайҙа икәнлеген беләһегеҙ, атай-әсәй­ҙәрегеҙ менән һөйләшеп, бер сәйәхәт ҡылһағыҙ, ғүмерлеккә иҫегеҙҙә ҡала инде.
 
 
https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2021-06-16/tash-yyl-alar-2362437
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас