

Әлеге ысулдың яҡшы һөҙөмтәһенең сере – соданың антисептик үҙенсәлегендә һәм иретмәнең температураһында. Һыу ҡайнар булырға тейеш! Һыу мотлаҡ ҡайнар булырға тейеш. Был осраҡта ебетеүҙең файҙаһы тағы ла күберәк.
1 литр ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы өйөп аш содаһы алабыҙ. Ебетеү ваҡыты – 30 минут. Бик тиҙ һыуынмаһын өсөн, өҫтөн ҡаплап, ҡалын сепрәк менән төрөп ҡуйырға кәрәк.
Артабан һуғанды еңелсә генә ҡабығынан арындырығыҙ. Бөтөнләй таҙартып төшөрөргә лә ярамай. Көҙөн ултыртҡанда һуғанды киҫмәгеҙ, сөнки был төрлө ауырыуҙарға сәбәп була.
Сода, шулай ук, тупраҡтың әселеген дә кәметә. Уны һуған ултыртҡанда көл йәки доломит оно урынына ла ҡулланырға мөмкин. Соҡорҙарҙы еңелсә генә «пудралап» тиҙ генә һуғанды төртөргә кәрәк.
“Файҙалы кәңәштәр” төркөмөнән.