+14 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
19 Июня 2022, 09:00

Донъялағы иң ҙур эт

Гиннестар рекорды китабы раҫлауынса, мастиф тоҡомонан булған Марфи - донъяла иң ҙур эт.

Донъялағы иң ҙур этДонъялағы иң ҙур эт
Донъялағы иң ҙур эт
Уның оҙонлоғо (морон осонан ҡойроҡ осона тиклем үлсәгәндә) – 2,5 метр, ә ауырлығы 150 килограмға еткән. Марфи ауыл ерендә Мартин һәм Джулия Бакерҙар ғаиләһендә йәшәй. Билдәле булыуынса, мастиф айырыуса уҫал тоҡомлоларҙан һа­нала, ә бына Марфиҙың хужалары бер нәмәгә ҡарамай, уны «иркә бәпәй» тип кенә аҫрай. Эт балалар кеүек уйнарға, шаярырға ярата. Ләкин Марфи менән хәрәкәт уйындары уйнауҙан һаҡ булырға кәрәк, сөн­ки ул бик ауыр. Марфи – тәмлетамаҡ, кетчуп, киптерелгән томатлы картуф ярата.
 
Фото: Яндекс дзен
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас