

Гуманитар ылау социаль инфраструктураны тергеҙеүгә йүнәлтелә һәм нигеҙҙә төҙөлөш материалдарынан тупланған. Дөйөм ауырлығы – 146 тонна тәшкил итә.
– Гуманитар ярҙам исемлеге һәр ваҡыт киңәйә. Аҙыҡ-түлек һәм беренсе кәрәк-яраҡтан тыш, әлбиттә, төп баҫым төҙөлөш кәрәк-яраҡтарына яһала. Шулай уҡ профессиональ ярҙам да талап ителә. Беҙҙең маҡсат – Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында тыныс тормош шарттарын тергеҙеү, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Нәсретдинов.
Фото: bashinform.ru