+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2022, 11:00

Күҙ керпеге үҫтереү

Керпек үҫтереү хәҙерге заманда бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел, шулай бит?! Матур һәм зауыҡлы итеп эшләнгән керпектәр йөҙҙө үҙгәртеп ебәрә, ҡарашҡа серлелек өҫтәй. Был процедура көндән-көн яңы үҙгәрештәр кисерә, трендтарҙан артта ҡалмай.

Күҙ керпеге үҫтереү
Күҙ керпеге үҫтереү

Мода журналдарын, социаль селтәрҙәрҙән ҡараһаҡ, унда ниндәйҙәрен генә тәҡдим итмәйҙәр. Ә әлеге мәлдә ниндәйерәк керпектәр модала икән? Әйҙәгеҙ, бер нисәһен барлап китәйек әле.

Көрән керпектәр

Мокко, кофе, шоколад төҫөндәгеләре үҙ популярлығын юғалтмаясаҡ. Улар бик оҙон итеп үҫтерелһә лә, көрән төҫтәр ярҙамында ҡараш серле һәм йомшаҡ булып тойола.

Һирәк керпектәр

Тәбиғилек һәр саҡ модала, шуға күрә күбеһе ошо вариантҡа ғашиҡ. Был ысул башҡаларынан нимәһе менән айырыла? Эш шунда, керпектәр билдәле бер интервал аша ғына үҫтерелә. Шул сәбәпле улар тәбиғилекте юғалтмай.

“Еүеш” керпектәр

Бындайҙарын ҡыҙҙар бик яратып эшләтә. Төрлө ҡалынлыҡтағы керпектәр ярҙамында еүеш эффект барлыҡҡа килә, ә күҙҙәр ҡуйы итеп тушь менән буялған кеүек күренә.

Төрлө төҫтәгеләре

Макияж эффектын булдыраһың килһә, ошондайҙарҙы үҫтер. Төҫлө керпектәр ярҙамында һин һәр ваҡыт креатив күренәсәкһең. Ҡоңғорт күҙҙәргә - һары, алтын, йәшел төҫтәр, зәңгәр, һоро күҙле ҡыҙҙарға - алһыу, ә йәшелдәргә  көрән күк һәм ҡыҙыл һары керпектәр бигерәк тә килешәсәк.

Фото: http://yalkyn.ru/

Күҙ керпеге үҫтереү
Күҙ керпеге үҫтереү
Күҙ керпеге үҫтереү
Күҙ керпеге үҫтереү
Күҙ керпеге үҫтереү
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: