+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июнь 2022, 11:00

Нисек таҙа тоторға?

Уны-быны уйламай ғына аҡ кроссовкалар алабыҙ ҙа ҡуябыҙ, ә аҡ кейеме бит тәрбиә ярата. Ҡайһы саҡ ундағы таптарҙы бөтөрөп тә булмай бит әле. Ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән уларҙы таҙартыу ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.

Нисек таҙа тоторға?
Нисек таҙа тоторға?

Ацетон һәм уксус

Ацетон һәм уксусты тигеҙ күләмдә ҡушып болғатырға. Сепрәкте йәки салфетканы әлеге массаға батырып, таптарҙы һөртөп сығығыҙ. Бер нисә минуттан йылымса һыу менән йыуып алығыҙ.

Мицелляр һыу

Косметиканы таҙартҡанда ҡулланған мицелляр һыуҙы аҡ аяҡ кейемен ағартырға ла тотонорға була. Ныҡлап ышҡыһағыҙ таптар юғалырға тейеш.

Тырнаҡ лагын юйыуҙа ҡулланған шыйыҡса йәки “Пемолюкс”

Улар ярҙамында ла кроссовкаларға “яңы тормош” бүләк итеп була. Шыйыҡсаны һөртөп 30 минут тоторға, унан йыуып төшөрөргә кәрәк.

Фото: organizedmom.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: