+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июнь 2022, 16:00

“Йәшел аптеканы” ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыялар

Дарыу үләндәрен йыйғанда белергә тейешле ҡайһы бер ҡағиҙәләр.

“Йәшел аптеканы” ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыялар
“Йәшел аптеканы” ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыялар

Үләндәрҙең һабаҡтарын һәм япраҡтарын, сәскәләрен үҫемлек сәскә атҡан мәлдә, ә орлоҡ һәм емештәрен улар өлгөрөп еткәс, иртән йә иһә киске яҡта йыйыу һәйбәт. Өлгөрмәгән емеш һәм орлоҡтоң сифаты насар була, ундайҙан дарыу яһарға ярамай.

Дарыу өсөн яраҡлыһын ғәҙәттә көҙ көнө йыялар. Үҫемлек бөрөһөн, сәскәләрен һәм япраҡтарын ҡайсы менән киҫеп алыу уңай була. Йыйылған дарыу үләндәрен сорттарға айырып, ямғыр үтмәгән, еләҫ ергә киптерергә эләләр. Ә таҙа йәймәгә йоҡа ҡатлам итеп көлтәсектәр рәүешендә һалып ҡуйһаң, тиҙерәк кибә.

Тамырҙарын киптереү алдынан таҙа һыуҙа йыуырға, эрерәктәрен, шулай уҡ тиҙ кипһен өсөн буйға ярып, бер нисә өлөшкә арҡырыға бүләләр.

Үҫемлектәр менән ҡулланғандан һуң ҡулдарҙы һабын менән яҡшылап йыуырға онотмағыҙ.

Фото: w-dog.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: