+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июнь 2022, 17:00

Тауҙарҙа оҙаҡ йәшәйҙәр

Эквадорҙың Вилкабамба ауылы диңгеҙ кимәленән 1500 метр бейеклектә урынлашҡан.

Тауҙарҙа оҙаҡ йәшәйҙәр
Тауҙарҙа оҙаҡ йәшәйҙәр

Бында йәшәгән 819 кешенең туғыҙының йәше йөҙҙән уҙып киткән. Уларҙың бөтәһенең дә ҡан баҫымы түбән булыуы асыҡлана. Тау араһында һауа сиктән тыш ҡоро, температураһы үҙгәрешһеҙ: 19 градус йылылыҡтан артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Крәҫтиәндәр эшкәртә торған тупраҡта тимер, баҡыр, алтын, калий, магний, кадмий күп. Шулай ҙа башлыса кукуруз, йәшелсә һәм шәкәр ҡамышы менән туҡланған был кешеләрҙең оҙаҡ йәшәү сере асыҡланмаған әле.

Фото: ru.infoglobe.cz

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: