-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2022, 17:30

Антарктидала нимә үҫә?

Белеүебеҙсә, Антарктида тик ҡарҙан һәм боҙҙан ғына торған китға.

Антарктидала нимә үҫә?
Антарктидала нимә үҫә?

Бер ҙә улай түгел икән шул. Баҡтиһәң, унда ла киң тау сылбырҙарынан теҙелгән ҡоп-ҡоро боҙһоҙ урындар бар икән. Сүллектәге кеүек бын­да ла улар­ҙы оазис тип йөрөтәләр. Ни өсөн улай, тиһегеҙме? Сөнки был үҙәндәрҙә йәшәү билгеһе бар, улар бында үҫкән төрлө мүктәрҙә сағыла. Ҡасандыр, борон-боронда, ошо оазистар нисектер боҙҙан арынған һәм шунан бирле был урынды яңынан боҙ ҡапламаған. Ә ара-тирә яуған ҡарҙы иҫкән әсе елдәр тиҙ арала юҡҡа сығарып тора.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: