+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2022, 14:00

Батырҙар беҙҙең арала

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 12 йәшлек малайҙың батырлығы тураһында яҙған. Уның һүҙҙәренсә, 12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов уҙған шәмбелә Тоҙлойылғала батып барыусы ике кешене ҡотҡарған.

Батырҙар беҙҙең арала
Батырҙар беҙҙең арала

«Йылғала йөҙөп йөрөгән икенсе класс малайы ҡапыл бата башлай. Улына ярҙамға тип һыуға һикергән атаһы уны һыуҙан үҙаллы сығара алмаған. Әгәр яҡында ғына Радмир булмаһа, был хәл бик күңелһеҙ тамамланыуы мөмкин ине. Бер минут та уйлап тормайынса, үҫмер һыуға батып барыусыларға ярҙамға ташлана һәм ҡотҡарыу түңәрәге ярҙамында уларҙы һыуҙан тартып сығара. Малай үҙен  ысын ирҙәрсә тотҡан. Радмирҙың был аҙымы баһалап бөткөһөҙ. Уға ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт! - тип яҙҙы район башлығы. - Улдарына ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ кеүек мөһим сифаттар һалған ата-әсәһенә айырыуса рәхмәт әйтәм, сөнки бик ҙур фажиғәнән ҡотҡарҙы битРадмир».

Фото: Башинформ

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: