+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июнь 2022, 11:00

Төймәнән дөйә яһарға ярамай

Бер эшҡыуар Көньяҡ Африканан йомортҡа һарыһы ҙурлығындағы алмас киҫәге һатып алған. Һуңынан ғына таштың эске яҡтан сатнағанын күреп, ныҡ көйөнгән. «Берәй кәңәш бирер әле», – тип ювелирға күрһәтергә булған.

Төймәнән дөйә яһарға ярамай
Төймәнән дөйә яһарға ярамай

Оҫта һоҡланыуынан башын сайҡап, былай тигән:
– Ташты уртаға бүлеп була, унан ошо алмастан күпкә ҡиммәтерәк зиннәтле ике бриллиант сығасаҡ. Әммә бер мәсьәлә бар, яңылыш һаҡһыҙ һуҡһаң, был тәбиғәт матурлығы бер ус ваҡ таштарға онталып ҡуйыуы мөмкин. Ул саҡта инде ваҡ бриллианттар һинең ошо алмасыңдан күпкә арзаныраҡ буласаҡ. Ә мин был эшкә тотонорға баҙнат итмәйем.
Эшҡыуар аптыраған. Төрлө илдәрҙә эш буйынса йөрөгәндә ювелирҙар менән кәңәшләшкән, әммә юлы уңмай. Бер ерҙә генә уға Амстердамда алтын ҡуллы оҫта барлығын һәм ул ғына был эште атҡарып сыға алырын әйткәндәр.
Ни эшләһен, эшҡыуар теге кешене эҙләп тапҡан. Ювелир оҙаҡ ҡына монокль аша ташҡа ҡарап тор­ған да үҙенә тиклем һөйләгәндәрҙең һүҙҙәрен еткерә башлаған. Уны тыңлап та бөтөрмәй: «Мин ул турала ятлап бөттөм инде, әйтегеҙсе, һеҙ был эшкә тотона алаһығыҙмы, юҡмы, миңә шуныһы мөһим», – тигән эшҡыуар. Ризалығын белдереп, оҫта түләү хаҡын әйткән дә эргәһендә генә үҙенең ҡул аҫтында эшләп ултырған егеткә ташты уртаға бүлеп бирергә ҡушҡан. Тегенеһе уны усына һалып, бәләкәс сүкеш менән еңел генә итеп бер һуғыуға, алмас икегә ярылып та киткән. Тулҡынланып көтөп торған бриллиант хужаһы:
– Ҡасандан бирле эшләй һеҙҙә был егет? – тип һораған.
– Өсөнсө көн генә. Әле ул таштың ысын хаҡын белмәй, шуға күрә ҡулы ныҡ булды һәм ҡалтыраманы ла.
Тормошта ла ауырлыҡтарға, бәләкәс мәсьәләләргә йырып сыға алмаҫлыҡ итеп ҡарамаһаң, улар анһат ҡына хәл ителер. Ни тиһәң дә, төймәнән дөйә яһарға тырышмағыҙ.

Фото: funart.pro

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: