+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Июль 2022, 16:00

Ул ҡайтманы

Рәшит НИЗАМОВ (Иҫтәлектәр) Оҙатыу Яуыз немецтар илебеҙгә һуғыш башлағанда, атайым Зияфетдин Мырҙагилдин Бишауыл-Уңғар ауылында, Фрунзе исемендәге колхозда бригадир булып эшләй ине. 25 июндә уға армияға китергә повестка килде. 

Ул ҡайтманы
Ул ҡайтманы

Әсәйем Ғәрифә шул көндө оҙатыу табыны әҙерләне.
Иртән атайым ат егеп мине, әсәйемде йыйылыу урынына – район үҙәге Ҡырмыҫҡалыға алып китте. Юлыбыҙ арыш баҫыуы аша үтә. Атайым арбанан төштө лә баш ҡоҫҡан арыштарҙы йыйып ҡосаҡлап:
– Һеҙҙе ҡайтып урырға яҙыр микән, – тип илай-илай һөйләнде.
Район үҙәгендә буласаҡ һалдаттарға теҙелергә бойорҙолар. Атайым әсәйем менән хушлашты, балаларҙы һаҡлар­ға ҡушты. Мин уның ҡулын ҡыҫып тоттом да:
– Һине һуғышҡа ебәрмәйем. Сафҡа бергә баҫам, – тинем. Атайым эйәрмәҫкә ҡушты. Һаман уның ҡулын ысҡындырмайым. «Барыбер һуғышҡа ебәрмәйем», – тип һөйләнәм.
Сафҡа баҫыусылар араһында бала-сағанан мин бер үҙем инем. Буласаҡ һалдаттарҙың фамилияларын ҡысҡырып барлай башланылар. «Атайымдың фамилияһын әйтмәһәләр ярар ине», – тип ҡалтыранам.
Бына бер аҙҙан: «Мырҙагилдин Зияфетдин!» – тип ҡысҡырып әйттеләр.
Ҡойолдом да төштөм. Башҡа килтереп һуҡтылармы ни... Күҙ йәштәрем атылып килеп сыҡты. Ҡәҙерле кешемә ҡараным.
– Улым бар инәйең янына. Мин немецтарҙы еңеп ҡайтырмын. Ҡулымды ысҡындырҙым. Атайым арҡамдан яратып һөй­ҙө. Был уның һуңғы иркәләп ҡағылыуы булды.
Илашыуҙар, яуыз немецтар­ҙы ҡәһәрләүҙәр ишетелде...

Иген сәсеү сере

Атайым һуғышҡа киткәс, ҡартатайым Сәләхетдинде бригадир итеп ҡуйҙылар. Уны армияға алманылар. Сөнки герман һуғышында яраланып ҡайт­ҡайны. Ул ҡола атҡа атланып йөрөнө, ҡайһы саҡта кырандас екте.
1942 йылдың май урталарында ҡартатайым мине кырандасына ултыртты ла Ташлыкүл яғына алып китте. Түбән осҡа сыҡҡас, ул һөрөлгән майҙанды күрһәтте.
– Улым, был баҫыу – фронт фонды. Шунда тары сәстек. Хәҙер үҙеңә күрһәтермен, бер эш ҡушырмын. Күрәһеңме, ҡоштар тары орлоғон ашай. Орлоҡтарҙы хәҙер һин күмдерерһең, – тине лә ҡартатайым әрәмә буйына төшөп китте. Бер аҙҙан тал сыбыҡтары күтәреп килеп сыҡты. Шунан кырандасты төшөрҙө лә күсәргә тал һөйрәмдәрен ныҡ итеп бәйләне.
– Улым, хәҙер һин ат менән алға бараһың. Тал һөйрәмдәре орлоҡтарҙы ике кәҫ араһына һыпырып төшөрәсәк, – тине.
– Тары нисек үҫер һуң?
– Ана ике кәҫ араһында тар ғына ярыҡ бар. Ямғыр яуһа, ер бүртә, күперә. Ике кәҫ бергә ҡушыла ла ярыҡтарҙы бөтәштерә. Һин төшөргән орлоҡтар шытып сығасаҡ. Борон ашлыҡтарҙы шулай үҫтергәндәр, – тип аңлатты олатайым.
Мин ашлыҡ үҫтереүҙең боронғо бер ысулын шулай төшөндөм.
– Әйҙә, атҡа атлан. Алға, күмдерә башла, – тине ҡартатайым.
Атты яйлап ҡына алға ҡыуам. Артыма әйләнеп ҡарайым. Ысынлап та, тары орлоҡтары ике кәҫ араһындағы ярыҡтарға төшә. Шулай эште аҙағынаса баш­ҡарҙым.
...Көҙ көнө ҡартатайым тағы ла Ташлыкүл буйына барып килергә саҡырҙы. Яҙ көнө ҡара ер булып ятҡан баҫыу һарғылт төҫкә ингән. Тарының тос башаҡтары эйелеп төшкән.
– Бына, улым, һинең эшеңдең һөҙөмтәһе, – тине олатайым башымдан һыйпап.

Һыйыр ҡотҡарҙы

Һуғыш осоронда һыйырҙың ҡәҙерен ныҡ белдек. Һөт, ҡаймаҡ, май йән аҫырарға ныҡлы таяныс булды. Ҡартатайым беҙҙең һыйырҙы егергә өйрәтте. Әлбиттә, ул бик ҡаршылашты. Екке мал булғас, аҙаҡ төрлө эшкә ҡуштылар. Һуғыштан аяғын юғалтып ҡайтҡан Шәйхетдин Хөснөтдинов бригадир булып эшләй башланы. Бер көндө ул баҫыуҙан ырҙын табағына көлтә ташырға ҡушты. Беҙ инәйем менән һыйырҙы егеп баҫыуға йүнәлдек. Икәүләп фургонға көлтә тейәйбеҙ. Мин, малҡайҙы етәкләп, ырҙын табағына барҙым. Йөк ауыр. Бара торғас, фургон ауҙы. Ни эшләптер өлкәндәр ярҙамға килмәне. Көлтәләрҙе үҙем бушатып бөттөм. Фургонды урынына ултыртыу ҙа ауыр булды.
Был көндө беҙ кискә тиклем эшләнек. Асыҡтырҙы. Башаҡты ыуып, арыш ашаныҡ.
Бригадирҙы тыңлап, тағы өс көн көлтә ташыныҡ. Еккегә өйрәтелгән малҡай тәненә дилбегә тейеүгә ныҡ ҡаршылашты. Шуға күрә мин уны гел етәкләп йөрөттөм.
Меҫкен һыйырыбыҙҙы әле лә иҫкә төшөрәм. Ул беҙҙе асҡа үлеүҙән ҡотҡарҙы.
Яңы һыйыр һатып алыу ниәтенән һуғыш ауырлығын кисергән хайуанҡайҙы һуйҙыҡ. Хәнифә өләсәйем малдың эске органдарын ҡарарға әүәҫ ине. Шунда эс-ҡарынын ҡарап ултырғанда ҡапыл:
– Рәшит, һыйырыңдың йөрәгенә ҡан һауған бит. Бына ҡара, – тип йөрәкте ҡулына алып күрһәтте. – Бахыр мал­ҡай, нисек түҙеп йөрөгәндер?
– Мин уны йәлләп, гел етәкләп йөрөттөм. Эҫе көндө көтөүгә барырға теләмәне. Шуға тынысыраҡ урынға алып бара торғайным.

Агитатор

Әсәйем һуғыш ваҡытында колхозда тырышып эшләне, алдынғы булды. Хат ташыусы бурысын да башҡарҙы. Иртүк Ҡарлыман станцияһына барҙы, унан хаттар, гәзиттәр, журналдар алып ҡайтып, бөтә ауылға таратып сыҡты.
Үҙем гәзит уҡырға әүәҫ инем. Уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Хәмзина бер көндө беҙгә килде лә:
– Ғәрифә апай, һеҙҙә гәзиттәр була торған. Улығыҙ Рәшитте агитатор итәйек әле. Урамығыҙҙағы апайҙарға йома көндө гәзит уҡыһын.
Уҡытыусыны нисек тыңла­майһың инде, риза булдым. Йома һайын беҙҙең өйгә апай­ҙар, әбейҙәр йыйыла. Иң тәүҙә Совинформбюро хәбәрҙәрен еткерәм. Унда һуғыш барышы хаҡында ентекле яҙыла. Ҡыҙыл Армияның Смоленск ҡалаһын азат итеүе хаҡында уҡыным.
Беҙгә ҡаршы Гөлйөҙөм әбей­ҙең йорто урынлашҡайны. Улар­ҙа Смоленскиҙан эвакуацияланған ғаилә йәшәне. Мин үҙемдән ике йәшкә оло Вася тигән малай менән дуҫлаштым. Икәүләп төрлө уйындар уйнаныҡ. Һирәкләп булһа ла бешкән бәрәңге, икмәк бирә торғайным.
Смоленскиҙы азат итеүҙәре хаҡында әйткәс, ике көндән ҡайтырға йыйындылар. Мин Вася менән хушлаштым, икебеҙ ҙә илашып алдыҡ.
Һуғыш бөткәнсе шулай агитатор вазифаһын башҡарҙым. Уҡытыусы Зөлфиә Хәмзина апай мине гел маҡтаны.

Ямғырлы, һыуыҡ көн ине...

Атайым фронттан хаттар яҙып торҙо. Башҡортостан яугирҙәренән торған 29-сы дивизия тәүҙә Калинин фронтында һуғыша. Немецтар Мәскәүгә бөтөнләй яҡынлашҡас, был дивизияны баш ҡаланы һаҡлауға күсерәләр. Улар иң яуаплы участкала һуғыша. Атайым ноябрь айында яралана. Уны Ҡазандағы госпиталдә дауалайҙар, һауыҡҡас яңынан фронтҡа китә. 1942 йылдың йәйендә ауыл Советына атайымдың батырлыҡтары хаҡында яҙылған рәхмәт хаты килә. Уның немец танкыларын яндырыуы, дошманды ҡырыуы хаҡында яҙылғайны. Был рәхмәт хатын ауыл Советы рәйесе Ғәйнетдин Хөснөтдинов баҫыу­ҙарҙа эшләгән ауылдаштарыбыҙға уҡып йөрөнө. 1942 йылдың октябрендә атайым йәнә яралана. Пенза ҡалаһындағы госпиталдә дауалана. Яңынан фронтҡа китә, шунан беҙ унан башҡаса хәбәр алманыҡ.
1945 йылдың 9 май көнөндә бригадир Шәйхетдин Хөснөтдинов беҙгә килде лә:
– Улым, бөгөн баҫыу тырматырға сыҡ инде. Ана, ат килтер­ҙем. Тырма тағылған. Фәтхи һаҙы менән тимер юлы ара­һындағы баҫыуҙы тырматыр­һың, – тине.
Тышта быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Фуфайка кейеп алдым. Баҫыу кипмәгәйне. Ат та, мин дә бата-бата атлайбыҙ. Мин ялан аяҡ. Ер ныҡ һыуыҡ. Ямғыр быҫҡаҡлап һаман яуа. Үтәнән-үтә еүешләндем. Төшкә тиклем баҫыуҙы тырматып бөттөк.
Өйгә инһәм, Хәнифә өләсәйем, Гөлсирә еңгәм, инәйем илашып ултыралар.
– Ниңә илайһығыҙ? – тип һораным.
– Һуғыш бөткән! – тине өләсәйем.
– Уларға ҡарап торҙом да ниңә илауҙарына төшөндөм. Һуғыш барғанда яуҙа йөрөгәндәрҙең ҡайтыуына өмөт бар. Ә хәҙер Исламетдин бабайҙың, атайымдың ҡайтыуына өмөттәре өҙөлгән. Күптән үҙҙәренән хәбәр ҙә юҡ.
Мин соланға сыҡтым да үкһеп иланым. Атайым ҡайтмаҫ инде...

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: