-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2022, 12:40

Шағирҙар тормошонан

Немец шағиры Фридрих Шиллер эш бүлмәһендәгне өҫтәлдә серек алмалар һалынған тәрилкә торған саҡта ғына илһамланып ижад итә алған.

Шағирҙар тормошонан
Шағирҙар тормошонан

* * *
Англияның XVII быуат шағирҙары шиғырҙың формаһына айырыуса ҙур иғтибар бүлгән. Мәҫәлән, карап, сәскә, сәғәт һәм башҡа образдар рәүешендә яҙғандар. Башҡорт әҙәбиәтендә лә ундай күренештәрҙе күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, Рәйес Түләк менән Әхмәр Үтәбайҙың ҡылыс формаһында ижад ителгән шиғыр­ҙары бар.
* * *
Италияның Яңырыу дәүерендәге шағиры Франческо Петрарка үҙе ғашиҡ булған Лаура исемле ҡыҙға арнап яҙған сонеттары менән дан ҡаҙана. Ә бит ул гүзәлкәйҙе ғүмерендә тик бер тапҡыр, унда ла алыҫтан ғына, күрә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙға ар­нап 21 йыл буйына, хатта Лаура кейәүгә сығып 11 балаға әсәй булғандан һуң да, яҙыуҙан туҡтамай.

Фото: multiurok.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: