+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль 2022, 10:00

Июль һынамыштары

Йәйҙең нәҡ уртаһына ла етеп киләбеҙ, дуҫтар! Июль дә “һә” тигәнсе үтеп тә китер әле, һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ. Шуға күрә һәр миҙгелдән йәм, тәм табып ҡалырға ашығығыҙ. 

Июль һынамыштары
Июль һынамыштары
Йәйҙең ниндәй булыуына ҡарап, беҙ көҙ йә ҡыш айҙарының нисек буласағын күҙалларға тырышабыҙ. Был осраҡта халыҡ һынамыштары ярҙамға килә беҙгә.
* Мул еләк уңышы – һалҡын ҡышҡа.
* Июль уртаһында ағаста һары япраҡтар күренә башлаһа, көҙ иртә килер.

* Төнгө ысыҡ оҙаҡ ваҡыт кипмәһә, йәшенле ямғыр яуыр.

* Июль ямғырлы булһа, ғинуар ҡарлы булыр.

* Ҡарабаш турғайҙың ҡомда йыуыныуы – ямғырға, ә күгәрсендәрҙең гөрләшеүе – йылы көнгә.

Ә һеҙ июль айына бәйле ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

Фото: Яндекс.Дзен.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: