+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2022, 12:00

Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?

Һуҡыр сысҡан баҡсала үҫемлектәрҙе юҡҡа сығара, өҫтәүенә, насар ауырыуҙар ҙа тарата. Баҡсалағы шул ҡотороҡостарҙан ҡотолорға кәрәк. Был йәнлек үҙенең юлын секундына 30 сантиметр тиҙлек менән ҡаҙый ала.

Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?
Һуҡыр сысҡандан ҡотолоп буламы?

Улар ғаиләләр булып йәшәй, 4-5 һуҡыр сысҡан ғаиләһе төн эсендә биш сутыйға ҡәҙәр ерҙе ҡаҙып сығырға мөмкин.

Шунан һуң баҡса ерендә үҫемлектәр ҙә ҡалмай, сысҡан уларҙың тамырҙарын киҫкеләп сыға, ергә күмелгән кабелдәрҙе, интернет-каналдарын да кимереп бөтөрә.

Был ҡоротҡос ҡотороу һәм туляремия сирен дә таратырға мөмкин. Шуға күрә уны ҡул менән тоторға ярамай. Сысҡан ҡулды тешләп алһа, шул рәүешле ауырыу йоғоуы ихтимал.

Белгестәр фекеренсә, һуҡыр сысҡандан ҡотолоу өсөн ультратауышлы ҡурҡытҡыстар ярҙам итергә мөмкин. Баҡсаға лаванда, бәрхәт сәскәһе, нәркәстәр ултыртыу ҙа унан ҡотолоу сараһы булып тора.

Фото: https://intertat.tatar/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: