+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль 2022, 16:00

Тоғролоҡҡа һәйкәл

Япондарҙың Хатико ҡушаматлы эткә һәйкәл ҡуйғанын күптәрегеҙ беләлер ҙә әле, бәлки.

Тоғролоҡҡа һәйкәл
Тоғролоҡҡа һәйкәл

Хужаһы үлгәндән һуң бер ҡайҙа ла китмәй, үҙенең ғүмере бөткәнсә көтөп, һағыштан һәләк булған тоғро эт хаҡындағы ваҡиға заманында тетрәндергес ҡабул ителгәйне.
Беҙҙең илдә лә хайуандарҙың хужаларына тоғролоғо хаҡында һәйкәл бар.
Һүҙ Семён исемле бесәй тураһында бара. Мурманскиҙа йәшәүсе ғаилә Мәскәүгә ҡунаҡҡа барғанда юғалта уны. Әммә бесәй ике мең саҡрым араны алты йыл ярымда үтеп, кире әйләнеп ҡайта.
Мурманск халҡы 40-ҡа яҡын һәйкәл вариантын, 25 бесәй скульптураһын ҡарай. Мәскәүҙән Надежда Винюкова тәҡдим иткән вариант еңеп сыға. Бында Семён эскәмйәлә ултырған килеш һынландырылған. Ә тәпәйҙәре менән юл муҡсайын тотҡан.

Фото: gdepapa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: