-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июль 2022, 10:00

Бал ҡорттарының да “теле” бар

Боронғо грек ғалимы Аристотель разведчик-бал ҡорто умартала бергә йәшәгән иптәштәренә татлы, һутлы сәскәләрҙең ҡайҙа күберәк үҫеүен “һөйләй” ала тигән фаразын әйткән булған.

Бал ҡорттарының да “теле” бар
Бал ҡорттарының да “теле” бар

Әммә ғалимдар үткән быуаттың 20-се йылдарында ғына бал ҡорттарының һөйләшеүен “тыңлауға” ирешә. Быны Австрия ғалимы, зоолог Карл фон Фриш тормошҡа ашыра. Бал ҡорто “телен” асҡан өсөн ул ярты быуаттан һуң Нобель премияһына лайыҡ була.

Фриш, бал ҡорттарҙы өйрәнеү өсөн,  уларҙың ғаиләһен махсус төҙөлгән быяла умартаға урынлаштыра ла бөжәктәрҙең тормошон өйрәнә башлай. Разведчик-бал ҡорто умартанан ситтә татлы сироп һалынған һауытты тапҡас, өйөнә ҡайта ла ғәжәйеп сәйер “бейеү” башҡара башлай. Уның сығышын “ҡарарға” эшсе бал ҡорттарының бөтә ғаиләһе йыйыла. Тиҙҙән бал йыйыусы ҡорттар армияһы шәрбәт һалынған тәлинкәгә ябырыла. Шулай итеп, бейеү теле – бал ҡорттары бер-береһе менән аралашҡан тел булып сыға.

Шуныһы ғәжәп, бал ҡортоноң осош мөйөшө лә әһәмиәткә эйә. Разведчик-бал ҡорто ҡояшҡа табан йүнәлеш менән сәскәгә барған йүнәлеш араһындағы мөйөштө лә аңлата. Күпселек ғалимдар бал ҡорттарының шул тиклем ҡатмарлы һәм төрлө тел ҡулланыуына бөгөнгө көнгә ҡәҙәрлек ышана алмай. Тик 90-сы йылдар башында Дания ғалимдары яһаған робот бал ҡорто ғына уларҙың шиген тарата. Әлеге кескәй генә механика Фриш тасуирлаған бөтә фигураларҙы теп-теүәл ҡабатлағандан һуң бал ҡорттары нәҡ бына робот күрһәткән яҡҡа ҡарай осҡан.

Бына һиңә, бөжәктәр һөйләшә белмәй, инстинкт менән генә йәшәй тип әйт инде...

Фото:   web-zoopark.ru         

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: