+15 °С
Ясна
Ерҙән алғас, түтәлгә йәйеп һалығыҙ, аҫтына иҫке туҡыма ла йәйеп ҡалдырырға мөмкин. Һауа торошо яҡшы булһа, ҡояшта 2 – 3 көн тотоғоҙ. Төнгөлөккә түбә аҫтына индереү хәйерлерәк.
Икенсе киптереү шул түбә аҫтында дауам итә. Урын яҡшы елләтелгән булһын. Әлеге лә баяғы һуған аҫтына туҡыма йәйеп ҡалдырығыҙ ҙа 15 көн тирәһе киптерегеҙ. Ҡыяҡтары һәм тамырҙары кибеп, ҡабығы ҡороғас ҡына һуғанды киҫергә ярай. Тамырҙарын төптән ҡырҡып ташламағыҙ, ҡыяҡтарын 6 сантиметр самаһы ҡалдырығыҙ. Артыҡ ҡабыҡтарын һалдырығыҙ. Уңышты ағас тартмаларҙа йәки сеткаларҙа һаҡларға кәрәк.
Фото: sadgrad.ru