*Түрҙән төшһәң, “гүргә төштөм” тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле.
*Айыу үкереп, тауҙы емермәҫ.
*Аҡса булмаһа, ул бөтмәй.
*Аҡылды кәрәк саҡта йәшереп була, ахмаҡлыҡты ғына йәшереп булмай.
*Арыҫлан үлгәс, себендәр үрсей, сөнки үләкһә себендән башҡа затты тыуҙыра алмай.
*Ахмаҡтың һәр һүҙен кире ҡаҡма, маҡтансыҡтың һүҙен йөпләмә һис.
*Байҙарҙы дуҫтары ерләй, ярлыларҙы – туғандары, һуҡбайҙарҙы ергә былай ғына тапшыралар.
*Байҙың уйы – килемдә, ярлыныҡы – илендә.
*Власть, футбол тубы кеүек, бөтәһенә лә берәү генә.
*Даһи үлтереп, даһи булып булмай.
Батша үлтереп, батша булалар.
*Дәрәжәһе ҙур булған һайын, бәндәләрҙең ҡаны ҡаты була.
*Ирҙәрҙең ҡылығы – тиҙ иҫергәндә, ҡатындарҙыҡы оҙаҡ сирләгәндә ныҡ асыла.
*Йырсы микрофон аша йырлағанда уның моңо тараҡтан таралып, иләктән иләнеп сыға һымаҡ.
*Кеше уттың көйҙөрөүен бер йәштә аңлай, мөхәббәттең яндырыуын 16-ла аңлай башлай. Әммә ғүмер буйы аңлап бөтмәй, бешә килә, яна килә.
*Көмөш бирһәң түрәгә – хуп күрер.
Кәңәш бирһәң түрәгә – төкөрөр.
*Ҡарттар ике сәбәптән төндәрен насар йоҡлай. Берәүҙәр әүәлге гонаһтарын уйлап үкенәләр, икенселәр ҡылған сауаптарын уйлап ҡыуаналар.
*Ҡурҡаҡ булһа, ханға ҡәҙер юҡ.
*Ҡәбергә шылтыратып булмай.
*Өс нәмәнән ҡурҡам: һуғыш, үләт, ремонт.
*Көнсөлдәр, бәлки, ҡайғы уртаҡлашыр, ләкин шатлыҡ уртаҡлашыу уларҙың көсөнән килмәй. Йоҙаҡлы йөрәктәр сит шатлыҡты ҡабул итмәй.