+15 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август , 08:30

Күккә нимә күтәрә?

Йәрминкә мәлендә ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән.

Күккә нимә күтәрә?
Күккә нимә күтәрә?

Был кеше изге күңелле булғандыр: бәләкәсте ҡыуандырыу ниәтендә ҙур ҡыҙыл шарҙы осороп ебәргән. Унан зәңгәр, һары, аҡ төҫтәгеләр ҙә һауаға күтәрелгән.
Малай ҡара шарға оҙаҡ ҡарап торған да:
– Ағай, уны ла күккә осорорға мөмкинме? Ҡара шар бейеккә күтәрелә алырмы? – тип һораған.
Һатыусы йылмайған да теге шарҙы осороп ебәргән:
– Эш төҫтә түгел, туғаным. Шарҙы эсендәгеһе күтәрә. Кешене лә төҫө түгел, ә изге күңеле, яҡты уй-теләктәре күккә ашырыр.

"Бәрәкәт" журналынан.

Фото: u-f.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в