+15 °С
Ясна
*Мөлкәт байлыҡ була алмай, тик һәләт кенә байлыҡ.
*Энә менән тау тишмәйҙәр.
*Ике кеше бешергән аш йә тоҙһоҙ, йә тәмһеҙ була.
*Ике йөҙ һүҙ бер эште алыштыра алмай.
*Ҡыйыш нигеҙле йорт тура булмай.
*Ҡул менән сисеп булғанды теш менән сәйнәп өҙмә.
*“Әгәр” менән “Бәлки” никахынан “Юҡ” тыуыусан.
*Ишәгең тыңламаһа, эйәреңде ҡыйнама.
*Һыйһыҙ өҫтәлдең кәмселеге бер генә, һыйы мул өҫтәлдең мең ғәйебен табалар.
*Әсе түҙем татлы емеш бирә.
*Яла яра кеүек: төҙәлһә лә эҙе ҡала.
*Үҙеңде үҙең маҡтау мамыҡ сәйнәү менән бер.
Зирәк ТАПҠЫРБАЕВ йыйҙы.