+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Август 2022, 14:00

Ҡайҙа нимә үҫә?

Бер көндө Һандуғас сәскәгә күмелеп ултырған ҡыуаҡты күреп ҡала. Тиҙҙән тәмле емештәре лә өлгөрөр, тип ағас эргәһендә ҡалырға була.

Ҡайҙа нимә үҫә?
Ҡайҙа нимә үҫә?

Әллә нисә ай буйы башҡа ҡоштарҙы яҡын да ебәрмәйенсә уны һаҡлай. Сөнки берәү менән дә «табышы»н бүлешкеһе килмәй. Бына бер мәл сәскә дүрткелләнеп, шаҡмаҡҡа әйләнә лә шартлай. Тирә-яҡҡа йомшаҡ ҡына кәбәк тарала. Баҡтиһәң, мамыҡ ҡыуағы икән ул.Шул ваҡыт Һандуғас эргәһенә Кәкүк осоп килгән дә:

– Бына күрҙеңме инде ҡомһоҙлоҡ нимәгә килтергәнен. Берәүҙе лә шул ағасҡа яҡын ебәрмәнең. Ниңә улай ҡыланырға? Беҙҙе эргәңә яҡынайтһаң, һиңә ваҡытын­да ҡайҙа емеш, ҡайҙа мамыҡ үҫкәнен әйткән булыр инек...

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: