

Өҫтәүенә, ҡайһы бер етештереүселәр уларға төҫ биреүсе матдәләр ҙә ҡуша. Сөнки был ҡалдыҡтарҙан, билдәле, ҡуйы ҡыҙыл сәй булмаясаҡ.
Пакеттағы сәйҙең ысынмы, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға була. Бының өсөн уны һалҡын һыулы сынаяҡҡа һалып ҡарағыҙ. 3 – 5 минутта ул сәй төҫөнә инә икән, тимәк буяу ҡушылған. Сифатһыҙ сәй икәненә ышанығыҙ: ысын сәй япраҡтары тик ҡайнар һыуға ғына төҫ бирә.
“Йәшлек” гәзитенән.
Фото: Яндекс Дзен