

Ҡатын әйтеүенсә, уның 10 йәшлек улы үҙен яңғыҙ тойған һәм ҡусты йә һеңле алып ҡайтыуҙары хаҡында хыялланған. Шулай итеп, ҡатын суррогат әсәй хеҙмәте менән файҙаланырға тип ҡарар ҡылған. Суррогат әсә игеҙәк ҡыҙҙар тапҡан, Трейсиҙың үҙенең дә ҡыҙ балаһы тыуған.
Шул уҡ йылды Трейси йәнә балаға уҙған, улы ете айы ла тулмайынса донъяға килгән. “Иҫ китмәле хәл! Көтмәгәндә мин биш балалы әсәй булдым да ҡуйҙым”, – тигән Трейси кинәт ишәйгән ғаиләһе хаҡында.
Фото: wwwomen.ru