+12 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
25 Августа 2022, 12:00

Урыҡ-һурыҡ фекерҙәр

Аҡыллылар һүҙсән булмай. Әммә һәр бер өндәшмәгән кешене аҡыл­лыға иҫәпләргә ашыҡмағыҙ: әйтер һүҙе булмағандан тын тороуы ихтимал уның.

Урыҡ-һурыҡ фекерҙәрУрыҡ-һурыҡ фекерҙәр
Урыҡ-һурыҡ фекерҙәр

Шуны ла оноторға ярамай: аҡылы самалы, әммә аҡыллы булып күренеү өсөн өндәшмәгән кешеләр ҙә була.
***
Теле алама, тибеҙ. Теле түгел, күңеле алама ул бәндәнең.
***
Беренсе мөхәббәт – һуңғы мөхәб­бәт тә ул.
***
Тормош тәжрибәһе – үҙ һабаҡта­ры өсөн бик ҡиммәт алыусы уҡы­тыусы, әммә унан да һәйбәт уҡы­тыусы юҡ, тигән бер аҡыллы әҙәм.
***
Мостай Кәрим иҫән саҡта мин бындай әйтем сығарғайным: “Оҫта барҙа ҡулыңды тый, Мостай барҙа телеңде тый”. Хәйер, “Мостай бар­ҙа ҡулыңды тый” тиһәң дә дөрөҫ булыр ине. Йәғни, сейле-бешле нә­мәләр яҙған ҡулыңды…
***
Уҡыусының мөхәббәтен яулау өсөн тау-тау әйбер яҙыу мотлаҡ түгел. Уның күңелен ҡайтарыу өсөн дә бер бешмәгән әҫәр етә.
***
Бәғзе бер әҙиптәргә “Халыҡ шағи­ры” йәки “Халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелгәс кенә халыҡ уларҙың бар­лығын белә.
***
Әҙәби әҫәр үҙен ижад итеүсенән юғарыраҡ була алмай, тигән инглиз яҙыусыһы Айрес Мердок. Ул йәнә былай тигән: “Беҙ һәр ваҡыт нимә­нелер юғалтабыҙ һәм уны киләсәк­тә табырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Был осраҡта боронғоларҙың, бер йыл­ғаға ике тапҡыр инеп булмай, тигән әйтеме урынлы. Беҙҙең юғалтыу­ҙарыбыҙ мәңге­лек­кә юғала”.

Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас