+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
26 Августа 2022, 06:00

Кәкре-бөкрө кәңәштәр

*Өйөгөҙҙөң түбәһенән тимер киҫәктәре ҡубып төшһә, уларҙы йыйып дачаға алып барығыҙ.

Кәкре-бөкрө кәңәштәрКәкре-бөкрө кәңәштәр
Кәкре-бөкрө кәңәштәр

*Иҙән вазаһы яһарға теләһәгеҙ, ваза алығыҙ ҙа уны иҙәнгә ултыртығыҙ.
*Луврға бармайынса, Мона Лизаның серле йылмауын күрге­геҙ килһә, ҡатыныңдан, эш хаҡын ҡайҙа ҡуйҙың, тип һорағыҙ.
*lӨфөнөң Балет театры сәхнә­һендә бейегең килһә, төнгө сәғәт 12-нән һуң вахтерға мөрә­жәғәт ит.
*Япраҡтар ҡойолғанда эш әҙерәк булһын өсөн уларҙы ағасында саҡта уҡ яндырығыҙ.
*Ул тауыш ҡуптарамы? Күп урынды аламы? Ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйһегеҙме? Улығыҙҙы әрмегә бирегеҙ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас