+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
29 Августа 2022, 05:00

Күктәр аяҙ, илдәр тыныс булһын!

Бөгөн – Халыҡ-ара Ядро һынауҙарына ҡаршы хәрәкәт көнө. Кешелеккә ҡаршы иң көслө ҡорал – атом бомбаһы иң беренсе булып 1945 йылда АҠШ-та Роберт Опенгеймер исемле ғалим етәкселегендәге физиктар тарафынан уйлап табыла.

Күктәр аяҙ, илдәр тыныс булһын!Күктәр аяҙ, илдәр тыныс булһын!
Күктәр аяҙ, илдәр тыныс булһын!

Уны шул уҡ йылдың 16 июлендә Нью-Мехико штатында һынап, шартлатып ҡарайҙар. Ашығып, йәнә ике атом бомбаһы йыйыла, һөйкөмлө исемдәр ҙә ҡушыла: «Бәләкәс» һәм «Йыуанҡай». Уларҙың беренсеһе 6 августа Японияла Хиросимаға, икенсеһе 9 августа Нагасаки ҡалаһына ташлана.

СССР-ҙа беренсе атом бомбаһы 1979 йылда Семипалатинск полигонында һынала. 1953 йылда инде водород бомбаһы уйлап табыла, ул Хиросимоға ташланған бомбанан 20 тапҡыр көслөрәк була.

Атом ҡоралы уйлап табыу һәм эшләү менән бер рәттән, уларҙы һынауға ҡаршы хәрәкәт тә көсәйә донъяла. 2009 йылдың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара атом ҡоралын һынауға ҡаршы хәрәкәт көнө иғлан ителә, ул 29 августа билдәләнә. Тап ошо көндө 1991 йылда Ҡаҙағстанда Семипалатинск полигоны ябыла, фәҡәт ошо көндө иҫтәлекле яһауҙы Нурсолтан Назарбаев тәҡдим итә.

БМО Ассамблеяһы резолюцияһында «кешеләр тормошона һәм һаулығына емергес, һәләкәтле йоғонтоһон иҫкәртеү өсөн, ядро һынауҙарын үткәреүгә сик ҡуйырға кәрәк», тип әйтелә. Йәнә һынауҙарҙың ауыр эҙемтәләре хаҡында йәмәғәтселеккә тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тәҡдим ителә, ядро ҡоралынан тулыһынса азат донъя төҙөргә саҡырыу яңғырай.

Фото: news.un.org/ru/story/2017/08/1310021

https://ashkadar.com/articles/belm-y-alma-y/2020-08-29/b-g-n-haly-ara-yadro-ynau-aryna-arshy-h-r-k-t-k-n-k-kt-r-aya-ild-r-tynys-tor-on-229163

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас