

Унда «ноль» билдәһе ҡуйылған. Уҡытыусы эргәһенә килеп:
– Һеҙ, ни өсөн миңә шундай баһа ҡуйғанығыҙҙы аңлатып бирә алмаҫһығыҙмы икән? – тип һорай үҫмер.
– Унда нимә яҙғандарыңды үҙең аңлайһыңмы һуң? Һис тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй, – ти уҡытыусы.
– Ни өсөн?
– Осон осҡа ялғап йәшәгән ғаиләнең ҡайҙан ул тиклем малы булһын инде? Һәйбәт билдә алғың килһә, иншаңды яңынан яҙып бир.
Кәйефе ҡырылған малайҙың башына бүтән бер уй ҙа килмәй, сөнки уның бит иң ҙур хыялы ошо ине. Шулай ҙа кәңәш һорап атаһына бара.
– Нимә эшләйем икән? – тип хәлде уға һөйләп бирә.
Атаһы:
– Үҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итерһең, тип уйлайым, улым, ҡыйыу бул! Юлыңда осраған кәртәләрҙе йырып сыға белергә тырыш.
Үҫмер яңынан аҡ ҡағыҙ бите ала ла тап-таҙа итеп элекке иншаһын күсереп бирә. Ә уның аҙағында: «Һәр кемдең үҙ фекере була, һеҙ ҡуйған баһаға ғына ҡарап минең хыялым барыбер үҙгәрмәйәсәк», – тип яҙып ҡуя.
Ысынлап та, бөгөнгөнө күҙаллап ҡына кешенең киләсәген анализлап булмай. Сөнки белеп торабыҙ, тормошта төрлө хәлдәр осрай: кемдер балда-майҙа йөҙөп, ата-әсәһе мәрхүм булғас, уларҙан ҡалған әҙер донъяны үҙенең йүнһеҙлеге арҡаһында бик тиҙ туҙҙырып бөтә. Ә берәүҙәр фәҡир генә үҫһә лә, уңған, зиһенле булғас, юҡтан бар яһап, бынамын тигән итеп донъя көтә башлай.
Фото: Яндекс.Дзен