

* Был айҙа ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.
* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.
* Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.
* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.
* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.
Фото: wozap.ru