+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2022, 14:00

Иң яҡшыһы – һырғанаҡ майы

Аш-һыу бүлмәһендә хужабикәләр күңелһеҙ хәлгә тарыға – ҡул йә иһә бармағын бешерергә мөмкин. Әгәр ҙә бындай хәл килеп сыға икән, юғалып ҡалмаҫҡа. Һүҙ, әлбиттә, еңелсә бешеү осрағы хаҡында бара.

Иң яҡшыһы – һырғанаҡ майы
Иң яҡшыһы – һырғанаҡ майы

Беренсенән, һеҙҙең өйҙә киҫелгән, бешкән осраҡта һөртөр өсөн махсус крем йәки аэрозоль һәр ваҡыт булырға тейеш. Хәҙер улар һәр аптекала һатыла. Әгәр юҡ икән, ул саҡта ҡаза күргән урынды тиҙ генә һалҡын һыуҙа тотоғоҙ.

Һыуытҡыста һыуыҡ ҡатыҡ йә иһә кефир булһа, ауыртыуҙы баҫыр өсөн шулай уҡ ҡулланырға була. Ҡул аҫтығыҙҙа ниндәй май (аҡ май, үҫемлек майы) бар, шуны бешкән ерегеҙгә һөртөп ҡуйығыҙ. Был осраҡта иң яҡшыһы – һырғанаҡ һәм балыҡ майы. Улар яралы урынды тиҙ төҙәтә. Еңелсә бешкән осраҡта ҡайһы бер хужабикәләр теш пастаһын да һөртөп ҡуя. Уның составында прополис булһа, бигерәк тә ярҙамы тиҙ һиҙелер. Әлбиттә, яра етди икән, табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: avatars.mds.yandex.ne

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: