-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2022, 13:00

Таптар юҡҡа сыҡһын өсөн

Кейем-һалымдан таптарҙы бөтөрөү өсөн ҡиммәтле порошоктар һатып алып мәжбүри түгел.

Таптар юҡҡа сыҡһын өсөн
Таптар юҡҡа сыҡһын өсөн

*Аспиринды ваҡлап, водород перекисе менән бутағыҙ һәм тапты ошо ҡатнашма менән эшкәртегеҙ.

*4 аш ҡашығы сәй содаһы, шул ҡәҙәр тоҙ һәм 2 аш ҡашығы һабын кәрәк буласаҡ. Был ҡатнашманы ла тапҡа һөртөп, әйберҙе бер нисә сәғәткә ситкә ҡуйып тороғоҙ һәм йыуығыҙ.
*Тоҙ һәм глицеринды, тигеҙ күләмдә ҡатнаштырып, 15 минутҡа таптарға һөртөү ҙә файҙалы.

*Бер аш ҡашығы нашатыр спиртын бер стакан һыуҙа болғатып, таптарҙы эшкәртеү ҙә һөҙөмтәле булыр.
*Кер йыуыу порошогын аш һеркәһе  һәм һыу ҡушып болғатып, паста рәүешенә индерегеҙ. Уны таптарға һөртөп 5 минут тотоғоҙ. Ҡәһүәнән ҡалған таптар юҡҡа сығыр.

*Үлән табын водород перекисе бөтөрә. Әммә аҡ кейем өсөн быны ҡулланырға ярамай.

Фото: crobux.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: