Пәлтә
Пәлтә – көҙгө һалҡындарға иң шәп вариант. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-аттар өсөн дә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: туташ-ханымдар өсөн дизайнерҙар иркен (оверсайз) моделдәрҙе тәҡдим итә, ә ир-егеттәр пәлтәһен билбау-ҡайышлы итәләр, билгә акцент яһайҙар. Улар кашемирҙан йәки күндән тегелгән булһа, бигерәк тә матур.
Тотош ҡара ҡиәфәт
Туҡһанынсы йылдар аҙағында һәм 2000 йылдың башында “Матрица” фильмынан һуң тотош ҡара кейем модаға ингәйне. Быйыл да ошондай ҡиәфәт актуаль буласаҡ.
Береттар
Ир-аттар береттары ла модаға әйләнеп ҡайтасаҡ, тип фаразлана. Улар оҙон пәлтә менән бик килешә.
Осло һәм шаҡмаҡ башлы аяҡ кейемдәре
Бындай дизайн ир-егетте эшлеклерәк яһай. Тик уларҙа шнурҙар булмаҫҡа тейеш.
Һүҙ ыңғайында, әгәр төҫтәр тураһында һөйләшһәк, модала ҡара төҫ кенә түгел, ә сағыу фуксия төҫө лә актуаль буласаҡ.
“Өмет” гәзитенән.
Фото: manrule.ru, yapokupayu.ru