+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2022, 14:00

Язаға – сей йомортҡа...

Бер Ҡытай компанияһы үҙенең өмөтөн аҡламаған хеҙмәткәрҙәренә яза рәүешендә сей йомортҡа эсергә мәжбүр иткәнлеге билдәле булғас, ҙур шау-шыу тыуған.

Язаға –  сей йомортҡа...
Язаға – сей йомортҡа...

Был хәл тураһында университеттың Ду фамилиялы икенсе курс студенты социаль селтәрҙәрҙә яҙған. Егет Чжэнчжоу технологик компанияһында һынау стажын үткәндән һуң кәрәкле органдарға ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, компанияның бер сәйер ҡағиҙәһе бар икән: әгәр хеҙмәткәр билдәләнгән ваҡыт эсендә тейешле күләмдә заказдар тапмаһа йә иһә башҡа уңышһыҙлыҡтары булһа, ул сей йомортҡа йоторға тейеш булған...

Билдәле, уға  бындай ҡағиҙәләр оҡшамаған һәм ул эш урынынан ваҡытынан алда китергә мәжбүр булған.

Ҡытайҙа хеҙмәткәрҙәргә бындай яза биреү һирәк күренеш түгел. Бер нисә йыл элек бер компания хеҙмәткәрҙәрен тауар һатыу буйынса планды үтәмәгән өсөн тараҡан ашарға мәжбүр иткән, ә икенсе компания хеҙмәткәрҙәргә, насар хеҙмәт һөҙөмтәләрен бөтөрөү өсөн, урам буйлап шыуышып йөрөргә ҡушҡан, ти.

 Фото: https://esoreiter.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: