+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2022, 11:00

Документтар тиҙ әҙерләнәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Күп функциялы үҙәктәре документтарҙы, хеҙмәтләндереү тәҙрәләренә мөрәжәғәт итмәйсә, ресепшн зонаһында уҡ экспресс-әҙерләп тапшырыу пилот проектын тормошҡа ашыра башлай.

Документтар тиҙ әҙерләнәсәк
Документтар тиҙ әҙерләнәсәк

Документтарҙы ресепшн зонаһында офистарҙың эш режимына ярашлы, алдан яҙылмайса алырға мөмкин буласаҡ.

Проектта ун “Минең документтар” дәүләт хеҙмәте ҡатнаша. Өфөнән тыш, Благовещен, Сибай, Кумертау, Бөрө ҡалаларындағы үҙәктәр йәлеп ителә.

“24/7 концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, беҙ халыҡҡа хеҙмәтләндереү тәҙрәһенә мөрәжәғәт итмәйсә, документтарҙы алыу сервисын индерәбеҙ. Күп функциялы үҙәктәрҙең биш эре офисында постаменттар ҡуйылған, уларҙан халыҡ утыҙ хеҙмәт төрө буйынса әҙер документтарҙы үҙаллы ала аласаҡ. Ресепшн зонаһында документтарҙы экспресс-тапшырыу – граждандарҙы хеҙмәтләндереү процесын тиҙләтеүгә тағы бер аҙым”, - тине Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова.

Пилот проект нигеҙендә экспресс-тапшырыу режимында ун хеҙмәт буйынса әҙер документтарҙы алырға мөмкин буласаҡ. Хеҙмәттәр исемлеге киләсәктә киңәйтеләсәк, ә пилот проект ҙур ихтыяж менән ҡулланылһа, Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең бөтә офистарына ла индереләсәк, тип күҙаллана.

Фото: put-okt.com

Римма СОЛТАНОВА.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-14/dokumenttar-ti-erl-n-s-k-2949920

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: